Йәй эҫе булырмы?

Синоптиктар йәйге миҙгелгә яңыртылған фараз менән таныштырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәй эҫе булырмы?Йәй эҫе булырмы?
Йәй эҫе булырмы?

Республикала йәшәүселәргә өс төрлө осор кисерергә тура киләсәк, унда һалҡынды аномаль эҫелек һәм рекордлы яуым-төшөм алмаштырасаҡ.

Июнь башы һалҡын һәм ямғырлы булды, әммә икенсе декаданан һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә. 14-19 июндә айҙың иң эҫе көндәре көтөлә. Һауа +28 градусҡаса йылынасаҡ. Июндең өсөнсө декадаһында йәнә +19-ҙан +25 градусҡа тиклем буласаҡ.

Синоптиктар фекеренсә, ююль йәйҙең иң эҫе айы буласаҡ. Айҙың тәүге яртыһында термометр бағанаһы даими рәүештә +30 градус билдәһенә етәсәк, шул уҡ ваҡытта яуым-төшөм дефициты күҙәтеләсәк.

Йәйҙең һуңғы айы ямғырлы буласаҡ. Башҡортостанда августа 45-65 миллиметр яуым-төшөм (норманан юғары) булыуы фаразлана, айырыуса төбәктең көньяҡ райондарында ямғыр күп буласаҡ. Температура  +15, +19 градус тирәһендә тибрәләсәк.

Автор:Динара Сафиуллина