

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө хосписында «Социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр институты» белем биреү программаһының дүртенсе ағымында ҡатнашыусылар менән осрашты.
Радий Фәрит улы белем биреү программаһының «Психоневрология һәм балалар интернат-йорттарында тормошто рормалләштереү» курсының беренсе модулендә ҡатнашыусылар менән аралашты. Уны халыҡ фронтының «Хәстәрлек төбәге» проекты сиктәрендә тормошҡа ашыралар. Инициатива кураторы "Вера" хоспистарға ярҙам итеү хәйриә фондының ойоштороусыһы һәм директоры Нюта Федермессер. Йыйылыусылар араһында-илдең төрлө төбәктәренән белгестәр бар.
Нюта Федермессер осрашыуҙа Башҡортостанда социаль өлкәнең юғары үҫеш кимәлен билдәләне һәм ойоштороусыларҙың программаның старт модулен ни өсөн тап Өфөлә уҙғарыуын аңлатты.
- Республикала бик көслө фекерҙәштәр командаһы формалашҡан, - тине Нюта Федермессер. - Бынан тыш, Өфө хосписы – ул бөтә илдән коллегаларға һөҙөмтәле эш һәм кешеләргә иғтибарлы мөнәсәбәт өлгөһө итеп күрһәтерлек проект.
Бындай белем биреү программаларының төп бурысы инфраструктураны үҫтереү менән бер рәттән социаль учреждениеларҙың эш механизмдарын камиллаштырыу, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
- Заманса бина төҙөү йәки уны ҡорамалдар менән йыһазландырыу ғына етмәй. Процесты дөрөҫ ойоштороу бик мөһим. Кешеләргә ярҙам сифаты тап ошонан тора, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Шуға күрә һеҙ бында тикшергән тәжрибә беҙгә бик ҡыҙыҡлы. Даими рәүештә яңы юлдар эҙләргә һәм социаль өлкәлә эште камиллаштырырға кәрәк.
Артабан осрашыу «һорау-яуап»форматында дауам итте. Ҡатнашыусылар паллиатив ярҙамды үҫтереү, инвалид балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, психоневрологик интернаттарҙың эшмәкәрлеге һәм социаль сәйәсәттә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың роле тураһында фекер алышты. Өфө хосписын үҫтереү тураһында һорауға яуап биреп, төбәк етәксеһе проекттың күптән инде социаль учреждение сиктәренән сығып китеүен, асылда, паллиатив ярҙам өлкәһендә компетенциялар үҙәгенә әйләнеүен билдәләне.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам итеү темаһына айырыуса иғтибар бүлде. Башҡортостан башлығы республикала хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына комплекслы ярҙам системаһын булдырыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Ҡатмарлы медицина реабилитацияһы өсөн «Йәшел сауҡалыҡ»шифаханаһы базаһында махсуслаштырылған үҙәк булдырабыҙ. Параллель рәүештә муниципаль үҙәктәр селтәрен үҫтерәбеҙ. Бынан тыш, беҙ шифаханаларыбыҙҙың мөмкинлектәрен файҙаланабыҙ, – тине Радий Хәбиров. - Башҡортостанда көслө һауыҡтырыу базаһы бар, уның потенциалын яугирҙарҙың сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтергә кәрәк.
Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы, социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр Институты программаһы төбәктәргә социаль сәйәсәттең һөҙөмтәлелеген объектив баһаларға һәм уны үҫтереүҙең яңы йүнәлештәрен табырға ярҙам итә, тип билдәләне.
- Был кешеләр беҙгә хәлде ситтән күрергә ярҙам итә. Бындай ҡараш идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеү өсөн бик мөһим, – тине Радий Хәбиров. - Бынан тыш, проектты барыбыҙ ҙа хөрмәт иткән Нюта Федермессер алып бара. Тап уның менән осрашыуҙан һуң 2019 йылда Өфө хосписын булдырыу идеяһы барлыҡҡа килде. Бөгөн был республиканың мөһим социаль объекттарының береһе. Социаль өлкәләге үҙгәрештәр даими эшләүҙе һәм ғәҙәти алымдарҙы ҡайтанан ҡарарға әҙерлекте талап итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан башлығы.
- Республикабыҙҙың яҡшы тәжрибәһе бар. Әсәй менән атай тере саҡта балалар йорттарында тәрбиәләнергә мәжбүр булған социаль етемдәр һанын һуңғы биш йылда 20 процентҡа кәметтек. Был ҡатмарлы хәлдәрҙең кәмеүен аңлатмай. Әммә беҙ бындай балаларға иғтибарлыраҡ ҡарай башланыҡ һәм ғаиләләр һаҡланһын өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ, – тине Радий Хәбиров. - Ҡайһы берҙә ғәмәлдәге механизмдарға иғтибар менән ҡарарға һәм уларҙы нисек һөҙөмтәлерәк итергә кәрәклеген аңларға кәрәк. Был ғаиләләргә, интернат эшенә һәм башҡа күп йүнәлештәргә ярҙам итеүгә ҡағыла. Беҙҙең бурыс-кешегә йәмғиәт менән бәйләнеште һаҡларға һәм тулы тормош алып барырға ярҙам итеү.