

Петунияны йәй буйы сәскә атыуы өсөн бөтәбеҙ ҙә үҫтерәбеҙ. Тәү ҡарамаҡҡа әрһеҙ тойолған был сәскә ныҡ ашлама ярата. Ысынлап та, шау сәскә атһын өсөн һыу ғына ҡойоу етмәй, уны ике аҙна һайын даими рәүештә ашлап торорға кәрәк.
Тәжрибәле баҡса үҫтереүселәрҙең кәңәштәре күп төрлө. Магазиндарҙа ашламалар ҙа күп. Шуның иң кәрәклеһе: азофоска тип аталған бөртөклө (гранулированное) ашлама. Уның составы - 16:16:16 - N:Р:K - азот:фосфор:калий. Белеүебеҙсә, азот һабаҡтарҙы үҫтерә, фосфор тамыр һәм һабаҡ өсөн, ә калий сәскәләргә кәрәк. Яңы сәскәләр яңы һабаҡта барлыҡҡа килә, тимәк сәскә атҡан саҡта ла азот кәрәк була.
Ике аш ҡалағын өймәләм итмәй генә 10 литр йылы һыуҙа болғаталар. Ашлама тулыһынса иҙелгәс кенә ҡойорға кәрәк. Тупраҡ дымлы булһын, юғиһә тамырҙар ашламаға янасаҡ. "Монофосфат калия" ашламаһы сәскә оҙаҡ атһын өсөн кәрәк. Уның бер ҡалағын ун литр һыуҙа иҙеп ҡоялар. Ике аҙнаға бер ошоларҙы алмашлап ашлаһағыҙ,петуниялар көҙгә тиклем сәскәләре менән ҡыуандырыр.
Һабаҡтары буйға үҫмәһен өсөн петунияны гел ҡырҡып торорға кәрәк. Сәскә атып бөткәс тә, йәлләмәй һабаҡтарын ҡыҫҡартығыҙ. Урынына ҡуйы булып үҫәсәк һәм сәскәләре күп буласаҡ.