МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн 500 эш урыны әҙерләнде

Был ярҙам «Кадрҙар» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн 500 эш урыны әҙерләндеМХО-ла ҡатнашыусылар өсөн 500 эш урыны әҙерләнде
МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн 500 эш урыны әҙерләнде

Республикала МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн 500 эш урыны әҙерләнде

 Махсус операцияла ҡатнашыусыларға күрһәтеләсәк был ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән ойошторолған «Кадрҙар» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

 Башҡортостанда 615 эш биреүсе 50 мең һумдан ашыу эш хаҡы менән өс мең ошондай вакансия барлығы тураһында белдерҙе.

 "Улар иҫәбендә инвалид граждандарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн 500-гә яҡын вакансия бар. Инвалидлыҡ алған һәр хеҙмәткәргә предприятие эш урынын һәм уға ҡаршылыҡһыҙ инеү өсөн кәрәкле инфраструктураны ойоштороу өсөн 200 мең һумға тиклем аҡса йәлеп итә ала», — тип һөйләне республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.

 Профилле ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, 2025 йылдан алып төбәктә 89 эш урыны булдырылған, шул иҫәптән 19 урын инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән. Социаль фонд линияһы буйынса эш биреүселәргә I һәм II төркөм инвалидтарын; инвалидлығы раҫланған хәрби хәрәкәттәр ветерандарын эшкә урынлаштырыу өсөн хеҙмәт урындарын йыһазландырыуға 200 мең һумға тиклем сығымдар ҡаплана. Субсидияны төп һәм ярҙамсы ҡорамалдар, техник ҡулайламалар, эш һәм махсус мебель һатып алыуға, шулай уҡ монтажлауға йүнәлтергә мөмкин.

Төп шарттарҙың береһе- бындай хеҙмәткәрҙе 9 айҙан кәм булмаған ваҡытҡа эшкә алыу, был хеҙмәт килешеүендә күрһәтелергә тейеш.

Министр билдәләүенсә, 2025 йыл йомғаҡтары буйынса республика инвалидтар өсөн булдырылған эш урындары һаны буйынса Рәсәйҙә дүртенсе урында тора.

Сығанаҡ:Башинформ.

 

 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас