Үҫмерҙе үлтергәндәр

Бер пакет ризыҡ өсөн һәләк иткәндәр

Үҫмерҙе үлтергәндәрҮҫмерҙе үлтергәндәр
Үҫмерҙе үлтергәндәр
Бөгөн үле үҫмер табылған. Фажиғә Ҡандра ауылында теркәлгән: урындағы супермаркеттан алыҫ түгел бәлиғ булмаған бала үлгән. Егеткә бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскәндәр-ул күп ҡан юғалтыуҙан табиптар килгәнсе үк вафат була.
Республика эске эштәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, үлемгә килтергән конфликттың сәбәбе-аҙыҡ-түлек һалынған пакет. Үҫмер уны биреүҙән баш тарта, шунан һуң ир уға һөжүм итә. Енәйәтсе егеттең эсенә һәм ҡулына бысаҡ менән сәнсә, пакетын алып ҡаса.
Полиция хеҙмәткәрҙәре оператив рәүештә эшләп, ғәйепләнеүсене шул уҡ көндө ҡулға ала. Ул 21 йәшлек ир булып сыға. БР буйынса тәфтиш идаралығы был оссраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.
 
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас