

Благовещен районының Покровка ауылы янында аҙашҡан бәшмәксене ҡотҡарыусылар табырға ярҙам иткән.
64 йәшлек ир ҡатыны менән Бедеева Поляна ауылынан бәшмәк йыйырға килгән. Иртән ул урманға төпкә инеп китә, телефонын машинала ҡалдыра. Ә ҡатыны шул тирәлә генә бәшмәк йыя. Бер нисә сәғәттән һуң ир ҡайтмағас, ҡатын ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
Территорияны тикшереү барышында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары автомобилдән бер саҡрым самаһы алыҫлыҡта ирҙе эҙләп тапҡан. Ул урмандан үҙ аллы сығырға тырышҡан, һыуға сарсауҙан, хәлдән тайған була. Бәхеткә күрә, уның өсөн бәшмәккә "һунар" имен тамамлана.
Бөрө районында ҡотҡарыусылар эҙләү-ҡотҡарыу эштәрен дауам итә - унда 1940 йылғы бабай урманға бәшмәк йыйырға киткән дә, әйләнеп ҡайтмаған.
Ошо турала хәбәр иткән Кирилл Первов һәр кемде иҫкәртә: "Урманға барғанда мотлаҡ заряды тулы телефонығыҙҙы алығыҙ, яҡындарығыҙға маршрутығыҙҙы һәм яҡынса ҡайтыу ваҡытын хәбәр итегеҙ, шулай уҡ таныш булмаған урындарға бармағыҙ!"
Фото: https://web.max.ru/-68724906666588