

Бауырһаҡ өсөн тәүҙә 6 йомортҡаны яҡшылап күпертәбеҙ, унан инде 100 мл һөт, ярты сәй ҡалағы разрыхлитель, бер аш ҡалағы шәкәр ҡомо, тәменсә тоҙ, иләнгән он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр йомшаҡ, әммә ҡулға йәбешмәҫлек булырға тейеш. Өҫтөн ҡаплап бер аҙ йылы урынға ҡуйып торабыҙ. Шул арала икенсе һауытҡа шыйыҡ май һалып ҡайнатып, һыуытып алабыҙ. Ҡамырҙы ваҡ киҫәктәргә бүлеп бауҙар (жгуттар) яһайбыҙ, 3-4 см оҙонлоҡта бер тигеҙ итеп киҫәбеҙ. Майҙа алһыу төҫкә ингәнсе болғата-болғата бешерәбеҙ. Бауырһаҡты һалып бешерә башлағанда май бик һалҡын да, бик ҡайнар ҙа булмаҫҡа тейеш. Бешкәс иләккә һалып, майынан һарҡытабыҙ. Һыуынғас шәкәр оно һибергә йәки бал ҡойорға мөмкин.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!