Башҡортостандың халыҡ артисы Зилә Сәйетова вафат

Уға 55 йәш ине.

Башҡортостандың халыҡ артисы Зилә Сәйетова вафатБашҡортостандың халыҡ артисы Зилә Сәйетова вафат
Башҡортостандың халыҡ артисы Зилә Сәйетова вафат

Оҙаҡ ауырығандан һуң Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зилә Сәйетова вафат булды. 

Зилә Һаҙый ҡыҙы Белорет районының Әзекәй ауылында 5-се класҡа тиклем өләсәй тәрбиәһендә үҫә. Артабан Зилә Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт ҡала гимназияһын, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлай.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында хеҙмәт юлын башлай. Өмөтлө йәш актриса Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрына килә һәм бар ғүмерен, бөтә көсөн, һәләтен яратҡан һөнәренә бағышлай. Илленән ашыу ролен тамашасы хөкөмөнә сығара, үҙен күп яҡлы һәм талантлы актриса итеп таныта.

Сәхнәлә йондоҙ булып балҡыған Зилә Сәйетова 2011 йылда "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы", 2022 йылда "Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы" исемдәренә лайыҡ була.

Зилә Һаҙый ҡыҙының ғүмере йәшләй өҙөлөүе йәл. Уның күпме уйналмаған ролдәре ҡалды. 

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас