

Рәсәй кинематографистар союзы ағзаһы итеп тәүге тапҡыр Башҡортостан актеры һайланды.
Рәмзил Сәлмәнов Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының төп актеры. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Рәмзил Сәлмәновты Рәсәй Федерацияһының кинематографистар союзына ҡабул ителеүе менән ҡотлайбыҙ.
"Был беҙҙең республика кинематографистар бүлексәһендә тәүге актер. Рәмзил сағыу, күп яҡлы ролдәре һоҡландыра», - тип билдәләне Башҡортостандың кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева.
Режиссер Булат Йосопов Сәлмәновты киноактер булараҡ асты. Ул «Визит» (КГБ хеҙмәткәре), «Беренсе Республика» (Дауыт Юлтый), «Наган» фильмдары, «Өйҙәштәр» комедияһы (яҙыусы) буйынса билдәле. Яңы фильм — «Фәрзәнә көнбайышҡа бара» (Әхтәметдин роле) октябрҙә сығасаҡ.