

Йәйге матур көндә халыҡ Белорет районы Арышпар ауылы зыяратын кәртәләүгә йыйылды. Ир-ат бағаналарҙы яңыртып, сетка һуҙһа, ҡатын-ҡыҙҙар буяу, ҡәберҙәрҙе таҙартыу, ашарға бешереү эштәре менән булды.
- Төп ойоштороусыбыҙ - Межгорье ҡалаһында йәшәгән Фәнил Шакир улы Шәйхетдинов, - ти Арышпар ҡыҙы Миңзәлә Йәғәфәрова. - Ҡышын иғлан булғас, ауыл халҡы дәррәү ҡушылды. Барлығы 182 кеше - ошо ауылда тыуып үҫеүселәр, уларҙың балалары, хатта ейән-ейәнсәрҙәре финанс ярҙам күсереп, 400 меңгә яҡын аҡса йыйылды. Фәнил ағай кәрәкле ойошмалар менән бәйләнешкә инеп, торба, сетка, буяу алдырҙы. Бына бөгөн, күреп тораһығыҙ, йөҙгә яҡын кеше төрлө район-ҡалаларҙан килеп еткән.
Ысынлап та, ауылдаштарҙың берҙәмлегенә көнләшерлек. Аҡсаһын да йыйҙылар, ике көн эсендә шундай ҙур эште башҡарып та ҡуйҙылар.
Автор фотолары.