

Башҡортостанда дәүләт тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы координациялау өсөн хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев яуаплы итеп тәғәйенләнде. Бойороҡҡа республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Ошо уҡ документ менән БР Мәғариф министрлығы дәүләт тел сәйәсәте өлкәһендә вәкәләтле башҡарма орган итеп билдәләнде. Бойороҡ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инә.
Фото: Валерий Шахов | Архив ИА "Башинформ"