Йөҙ балл!

Химия, әҙәбиәт, тарих буйынса Берҙәм дәүләт имтиханының тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды.

Йөҙ балл!Йөҙ балл!
Йөҙ балл!

Башҡортостанда 2920 кеше химиянан имтихан тапшырған. Уларҙың 51-е иң юғары балл йыйған. 659 кеше 81 һәм унан юғарыраҡ балл алған.

Әҙәбиәт буйынса имтиханды 507 кеше тапшырған. Улар араһында йөҙ балл йыйыусылар ете кеше. 59 кеше 81 һәм унан юғарыраҡ балл йыя.

Тарихты 1524 сығарылыш уҡыусыһы һайлай. Ике кеше 100 балл йыя. 228 уҡыусы 81 һәм унан юғарыраҡ балл алған.

Мәғлүмәттәрҙе Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин иғлан итте.

Фото: ИА "Башинформ" | Архив

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас