

- Минең өсөн Тыуған илем — Ишембай районындағы Һайран ауылының матур күренештәре. Был минең Ишембайҙағы беренсе мәктәбем, мин уны тәҙрәмдән дә күрә торғайным. Был Өфө урамдары ла, мин йәшәгән ятаҡ та, хатта Мәскәү ҙә, унда ла миңә эшләргә тура килде. Ошоларҙың барыһы ла күҙ алдына килеп, бына ул, беҙҙең Тыуған илебеҙ, тигән уй килә, — тип уртаҡлашты төбәк етәксеһе.
Фото: Олег Яровиков | ИА "Башинформ"