Төклө аяғығыҙ менән, бәләкәстәр!

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграм-каналында яңы тыуған сабыйҙарҙың фотолары менән уртаҡлашты.

Төклө аяғығыҙ менән, бәләкәстәр!Төклө аяғығыҙ менән, бәләкәстәр!
Төклө аяғығыҙ менән, бәләкәстәр!

- Өфөнөң ҡала перинаталь үҙәгенән коллегаларым ошондай күңелгә үтеп инерлек наҙлы фотолар менән уртаҡлашты, - тип яҙҙы министр. - Сабыйҙар бөгөн Рәсәй флагы стилендә тәүге символик бүләктәр алды. Улар - илебеҙҙең киләсәге!

Айрат Рәхмәтуллин сабыйҙарҙың ата-әсәләрен дә тыныслыҡ, изгелек һәм именлек теләп ҡотланы:

- Шундай әһәмиәтле көндә тыуыу уларға бәхет килтерһен!

Фото: Айрат Рәхмәтуллин.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас