Дүрт кеше зыян күргән...

Бөгөн Татарстанға БПЛА һөжүме булған.

Дүрт кеше зыян күргән...Дүрт кеше зыян күргән...
Дүрт кеше зыян күргән...

Бөгөн иртән Татарстандың Кама Аръяғы районына дошмандың БПЛА-лары һөжүм итә.

Пилотһыҙ аппараттарҙың береһе торлаҡ йортҡа эләккән. Дүрт кеше зыян күргән, уларға бөтә кәрәкле ярҙам күрһәтелә.

Ҡалған кешеләр эвакуацияланған, улар өсөн яҡындағы лагерь базаһында ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнде, тип хәбәр итә төбәк етәксеһе Рөстәм Миңлеханов.

- Минең ҡушыуым буйынса район етәкселеге эвакуацияланған халыҡ өсөн эҙемтәләрҙе бөтөрөү һәм шарттар ойоштороу буйынса кәрәкле эш алып бара: ҡайнар аш-һыу, һыу, медицина ярҙамы, - тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә. - Һөжүмгә дусар булған предприятиелар тиҙ арала эҙемтәләрен бөтөрә. Производство процестары туҡтатылмаған. Бөтә ашығыс хеҙмәттәр урындарында.

Фото: ИА "Башинформ" | Архив

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас