

Өфө ҡалаһының 113-сө мәктәп уҡыусыһы Софья Баландина, Өфө ҡалаһының 1-се лицейы уҡыусыһы Искәндәр Хафизов, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының 2-се мәктәп уҡыусыһы Асҡар Иҙрисов, Ҡариҙел районы Байҡыбаш урта мәктәбе уҡыусыһы Глеб Пастухов төбәк Башлығы ҡулынан паспорттар алды.
- Был йәш граждандар өсөн мөһим ваҡиға, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Республикабыҙҙа балалар ошо мәлде хәтерендә ҡалдырһын һәм үҙ иле өсөн ғорурлыҡ тойһон өсөн ошондай мөһим процедураны тантаналы шарттарҙа үткәреү йолаһы барлыҡҡа килде.
- Башҡортостан Башлығы ҡулынан паспорт алыу – беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ, - тип үҙ хистәре менән уртаҡлашты балалар.
Фото: Олег Яровиков | ИА "Башинформ"