

Кисә, 11 июндә, Шәфиев урамындағы 27 ҡатлы йорт янында үҫмерҙең кәүҙәһен күреп, үтеп барыусы кешеләр ваҡиға урынына ашығыс хеҙмәттәр саҡыра, әммә табиптарға үҫмерҙең үлемен раҫларға ғына ҡала.
Бейеклектән осҡан саҡта ул шунда торған машинаға бәрелгән...
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, үҫмер быйыл туғыҙынсы класты тамамлаған һәм ошо көндәрҙә математиканан имтихан тапшырған. Уның күп балалы имен ғаиләлә тәрбиәләнеүе билдәле.
Әле Башҡортостандың Тәфтиш комитеты ваҡиға факты буйынса тикшереү үткәрә.
Фото: UFA_RB.