

Тәүҙә ҡатынға мессенджер аша "идара итеүсе компания вәкилдәре" яҙа, шылтырата. Домофонды алмаштырыу һылтауы менән улар уны смс аша килгән кодты әйтергә күндерә.
Һуңынан ялған "Росфинмониторинг" менән "ФСБ" хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә инеп, аҡсаһының хәүеф аҫтында булыуын белдерә һәм "хәүефһеҙ урынға һаҡлауға" тапшырыу өсөн бөтә тупланмаларҙы ла ашығыс рәүештә банктан алырға ҡуша.
Бер нисә көн дауамында пенсионер ҡатын ҙур суммаларҙы алып, курьерға тапшыра. Дөйөм зыян 16 миллион һумдан ашып китә.
Ярай ҙа банк хеҙмәткәрҙәре оло йәштәге ҡатындың муттар йоғонтоһо аҫтында булыуын аңлап, 9 миллион һум самаһы аҡсаһын һаҡлап ҡала.
Енәйәт схемаһында курьер ролен үтәгән 21 йәшлек егетте тотҡандар. Ул үҙ ғәйебен таныған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.