Дарыу урынына!

Һау-сәләмәт булам тиһәң, хәрәкәт итегеҙ һәм көн һайын кипкән еләк-емеш ашағыҙ!  

Дарыу урынына!Дарыу урынына!
Дарыу урынына!

Ашар алдынан кипкән еләк-емеште нимә менән йыуырға? 

Эҫе һыуға сода һалып йыуырға ла, шунан аҡҡан һыуҙа сайғас, киптерергә.

Көн һайын иртән өс-дүрт курага, төшкөһөн - шунсама уҡ финик, кискеһен ҡара емеш ашаһағыҙ, иң беренсе эс ҡатыуҙан ҡотолорһоғоҙ, унан һуң гемоглобин кимәле күтәрелеп, баш ауыртыуы, йөрәк ҡағыуы кәмер, һөйәктәрегеҙ ҙә нығыр. Тиҙ генә һөҙөмтәһе күренмәһә, борсолмағыҙ - сабыр итегеҙ. Ыңғай һөҙөмтә мотлаҡ буласаҡ!  

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: кипкән еләк-емеш - таблеткалар урынына түгел, ә өҫтәмә ярҙам! 

1. Финик - эсте йомшарта һәм энергия бирә;
2. Курага - йөрәк өсөн файҙалы, анемияны дауалау өсөн;
3. Ҡара емеш - эсте йомшарта һәм һөйәктәрҙе нығытырға булышлыҡ итә;
4. Йөҙөм - энергия бирә, нервы системаһын нығыта;
5. Инжир - иммунитетты нығыта, йүткереүҙән ҡотолорға ярҙам итә;

Амосов пастаһы - совет кардиохирургы һәм академигы Николай Михайлович Амосов хөрмәтенә аталған кипкән еләк-емеш, сәтләүек, бал һәм лимон ҡатнашмаһы инде барыһының да рационында булырға тейеш. Тәмле лә, бик файҙалы ла.

Әҙерләү:
Кипкән еләк-емеште аҡҡан һыуҙа яҡшылап йыуырға.
Уларҙы һауытҡа һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минутҡа ултыртып тороғоҙ.   
Һыуын түгеп, йомшарған еләк-емеште киптереп алырға.
Унан һуң блендерҙа ваҡларға йәки ит турағыс аша үткәрергә.
Грек сәтләүеген бысаҡ менән ваҡ ҡына итеп турарға.
Тәрән һауытҡа ваҡланған массаға сәтләүек һәм бал ҡушырға. Яҡшылап болғарға.

Лимондарҙы йыуып, бер аҙға ҡайнар һыуға һалып торорға һәм һалҡын һыу менән һәйбәтләп сайҡатырға. Емештең тышын әрсемәй генә орлоҡтарын алып, остарын ҡырҡырға, киҫәктәргә бүлеп, блендерҙа иҙергә.

Әҙер массаға иҙелгән лимонды ҡушып, тағы ла бер тапҡыр яҡшылап бутарға.
Әҙер пастаны таҙа ҡоро банкаға һалырға, ҡапҡас менән ябырға һәм һыуытҡыста һаҡларға. Көнөнә ике-өс тапҡыр бер аш ҡалағы ашау ҙа етә.

Фото: ИИ.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас