Башҡортостан башлығы Дуҫлыҡ Монументына сәскәләр һалды

12 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй көнөнә, Өфө көнөнә һәм Башҡортостан Республикаһының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 272 йыл тулыуға арналған байрам сараларында ҡатнаша.

Башҡортостан башлығы Дуҫлыҡ Монументына сәскәләр һалдыБашҡортостан башлығы Дуҫлыҡ Монументына сәскәләр һалды
Башҡортостан башлығы Дуҫлыҡ Монументына сәскәләр һалды

Рәсәй көнөндә республика етәксеһе Башҡортостандың Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуының 400 йыллығы хөрмәтенә төҙөлгән Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды.

Уның менән бергә тантанала Башҡортостан хөкүмәте ағзалары, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, муниципалитет, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм Өфөнөң почетлы кешеләре ҡатнашты.

Фото: Олег Яровиков | ИА "Башинформ"

 

Башҡортостан башлығы Дуҫлыҡ Монументына сәскәләр һалды
Башҡортостан башлығы Дуҫлыҡ Монументына сәскәләр һалды
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас