Тереләй яндырғандар: Башҡортостанда сираттағы ҡот осҡос хәл

Эшселәр аяуһыҙ «файер-шоу» ойошторған.Янып үлгәндәр йәл. Шаһиттар мөғжизә менән бер ғүмерҙе ҡотҡарып ҡала алған.

Тереләй яндырғандар: Башҡортостанда сираттағы ҡот осҡос хәлТереләй яндырғандар: Башҡортостанда сираттағы ҡот осҡос хәл
Тереләй яндырғандар: Башҡортостанда сираттағы ҡот осҡос хәл

Благовещен ҡалаһында, Бер туған Першиндар урамындағы 5-се һанлы күп ҡатлы йорттоң ҡыйығын капиталь ремонтлау барышында, эшселәр газ горелкаһы менән ыласын балаларының ояһын яндырған.

Ваҡиға 9 июндә булған. Был турала «Сапсан» йыртҡыс ҡоштарға ярҙам төркөмөнән хәбәр итәләр. Ике ҡош балаһы шунда уҡ һәләк булған, өсөнсөһө ҡыйыҡтан һикергән һәм, ҡаурыйҙары бер аҙ күмерләнеп, мөғжизә менән иҫән ҡалған. Бала ҡошто битараф булмаған шаһиттар йыртҡыс ҡоштарға ярҙам үҙәгенә алып барған. 10 июндә ирекмәндәр ваҡиға урынына юлланған. Урындағы халыҡ менән бергә улар полиция саҡыртҡан һәм хайуандарға ҡарата аяуһыҙ мөнәсәбәт факты буйынса ғариза яҙған. Ваҡиға урынын тикшергән саҡта хеҙмәткәрҙәр фаразланған ғәйеплеләрҙе осратҡан. Уларҙы полиция бүлегенә алып киткәндәр.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас