Еңеүҙе яҡынайтып

Мәсетле районы Оло Аҡа ауылы халҡын дөйөм эш берләштерҙе, улар маскировка селтәрҙәрен әҙерләй.

Еңеүҙе яҡынайтыпЕңеүҙе яҡынайтып
Еңеүҙе яҡынайтып

 Балалар һәм өлкәндәр, уҡытыусылар, уҡыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ут күршеләр – бөтәһе лә бер ғаилә булып, дөйөм эш менән мәшғүл. "Үҙ ҡулдарыбыҙ менән" тигән акция барыһын да берләштерҙе һәм яҡынайтты. Уның ябай атамаһы артында ҙур рухи эш йәшеренгән. Ни бары биш көн эсендә 3*6 метрлы 5 селтәр үрелде. Һәр бер киҫәк, һәр бер төйөн – ул тыуған йорт йылыһының бер өлөшө. Был изге эштән ситтә ҡалмаған, беҙҙең уртаҡ Еңеүҙе яҡынайтҡан һәм ғүмерҙәрҙе ҡотҡарған кешеләр алдында баш эйәбеҙ!

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас