«Чуть туҡмаманылар»

«Баширская домохозяйка» күңелһеҙ хәлгә тарыған.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Чуть туҡмаманылар»«Чуть туҡмаманылар»
«Чуть туҡмаманылар»

«Башҡорт хужабикәһе» булараҡ танылған блогер Миләүшә Шәйхлисламова үҙенең а-фреймына (ҡунаҡ йорто) килгән ҡунағының ҡылығына шаҡ ҡатҡан.

Ул был хаҡта социаль селтәрҙәге яҙылыусылары менән уртаҡлашҡан һәм ярым- яланғас ирҙең күршеләр биләмәһенә инеп, эттәрен үртәүе тураһында хәбәр иткән. Блогерға  төн уртаһында ашығыс рәүештә килеп, янъялсыны тынысландырырға тура килгән. Һөҙөмтәлә бөтәһенә лә иҫерек ирҙән эләгә яҙған: ул һуғышырға маташҡан, йоҙроҡтарын төйнәгән.

«Башҡорт хужабикәһе», боласы ир алкоголь генә түгел, бәлки башҡа нәмә лә ҡулланғандыр, тип фаразлай.

Миләүшә Шәйхлисламова, конфликт сығарған йәштәрҙең ата-әсәләре күреп көйөнмәһен өсөн,  видеоны ҡарайтып һалған.

Инцидент полицияһыҙ үткән. Блогер шау-шыулы ҡунаҡтары өсөн күршеләренән ғәфү үтенгән.  

Автор:Гөлнара Солтанова