Ҡыҙының мәйете менән бер аҙна йәшәгән

5 йәшлек ҡыҙының мәйете менән бер аҙна буйы йәшәгән бәхетһеҙ әсәнең артабанғы яҙмышы билдәле булды. Суд ҡарар ҡабул итте:

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыҙының мәйете менән бер аҙна йәшәгәнҠыҙының мәйете менән бер аҙна йәшәгән
Ҡыҙының мәйете менән бер аҙна йәшәгән

Суд 43 йәшлек ҡатынға ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Тәфтишселәр фаразлауынса, ул үҙенең биш йәшлек ҡыҙын үлтергән, ә һуңынан бер ай уның мәйете менән бер фатирҙа йәшәгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың 3 ноябрендә Силәбе ҡалаһындағы фатирҙарҙың береһендә диван эсендә биш йәшлек ҡыҙсыҡтың мәйете табылғайны. Уның тәнендә дүрт бысаҡ менән яһалған яра асыҡланған.

Ғәйепләнеүсе ҡатындың 2025 йылдың сентябренән алып фатирҙы ҡуртымға алып йәшәгән. Ҡыҙҙың дивандағы мәйетен ҡатын фатирҙан сығып киткәс, фатир хужаһы тапҡан.

Балаһын үлтергән ҡатындың эҙенә тиҙ төшәләр һәм ҡулға алалар.

Ғәйепләнеүсенең Учалы ҡалаһында тыуғаны билдәле. Силәбелә ул маникюр һәм педикюр мастеры булып эшләгән. Тәфтиш барышында ҡатын ҡыҙының «үҙе үлеүен», ә мәйетте ҡурҡыуҙан йәшереүен белдергән. Әммә суд-медицина экспертизаһы мәғлүмәттәре быны раҫламай.

Суд ҡатынды ғәйепле тип тапты һәм уға 1,5 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләне.

Автор:Гөлнара Солтанова