Намыҫһыҙҙар...

Юғалған йәки ватылған сим-картаны тергеҙеү - элемтә операторҙарының ғәҙәти эше. Был хеҙмәт менән файҙаланыу өсөн мотлаҡ паспорт күрһәтеп, үҙ шәхесеңде раҫларға кәрәк. Ә Стәрлетамаҡта элемтә операторҙары был талапты үтәмәй, мутлашыусыларға кешеләрҙе, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарын, алдарға, таларға ярҙам иткән.

Намыҫһыҙҙар...Намыҫһыҙҙар...
Намыҫһыҙҙар...

Элемтә операторҙары 10-20 мең һум аҡсаға алданып, МХО-ла һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың сим-карталарын криминаль схеманы ойоштороусыларға тергеҙеп биргән. Аферистар яугирҙарҙың ғаиләләренән аҡса һурған, кемеһен ҡурҡытып, кемеһенә психологик баҫым яһап...

БР буйынса ЭЭМ менән ФСБ хеҙмәткәрҙәре был енәйәти төркөмдөң эшмәкәрлеген туҡтатты.

Оперативниктар ойошҡан төркөмдөң туғыҙ ҡатнашыусыһын, шул иҫәптән һатыу офистарының биш хеҙмәткәрен ҡулға ала. Тентеүҙәр барышында мобиль ҡоролмалар, электрон мәғлүмәт саралары, банк һәм сим-карталар, шулай уҡ иҫбатлау әһәмиәтенә эйә булған башҡа әйберҙәр тартып алына.

Фигуранттарға ҡарата һаҡ аҫтына алыу йәки ситкә сығып китмәү һәм тейешле тәртип тураһында ҡултамға рәүешендә иҫкәртеү саралары һайланған. Стәрлетамаҡтан Тәфтиш бүлеге тәфтишсеһе РФ ЕК 274.1 статьяһының 4-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатҡан.

Законһыҙ эштең бөтә факттарын һәм ҡатнашыусыларын асыҡлау буйынса саралар үткәрелә.

Фото һәм видео: https://web.max.ru/-69583385867562

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас