

Махсус хәрби операцияның беренсе көндәренән үк республикабыҙҙа битараф булмаған кешеләр алғы һыҙыҡта йөрөгән яугирҙарыбыҙға ярҙам күрһәтеү буйынса эшкә ҡушылды. Улар һаҡланыу селтәрҙәре үрә, кейем, хәрби эпикировка тегә, аҙыҡ-түлек, гигиена әйберҙәре әҙерләй. Тылдың фронттағы хәрбиҙәребеҙ өсөн терәк-таяныс булыуын эш-ғәмәлдәре менән иҫбатлаған ирекмәндәр өсөн был – күңел талабы, көндәлек эш.
Бөгөн «Юлдаш» радиоһының «Журналист-ирекмәндәр» төркөмө ирекмәнлектең төрлө йүнәлештәре буйынса эшләүселәрҙе, ойошма вәкилдәре, ирекмәндәр эшенә булышлыҡ итеүселәрҙе бергә туплап, Республика ирекмәндәр слетын үткәрҙе. Сара ирекмәндәр хәрәкәтенең үҫешенә, уның әһәмиәтен арттырыуға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүселәрҙең ҡаҙаныштарын билдәләүгә арналды.
Слеттың төп вағиғаһы «Журналист-ирекмәндәр» төркөмө ойошторған «Халыҡ ирекмәне» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булды. Бәйгелә бик күп ирекмәндәр ҡатнашҡан. Бөтә финалистарға ла ирекмәнлек эшенә индергән өлөшө өсөн Рәхмәт хаттары тапшырылды. Интернет-конкурста иң күп тауыш йыйған Баймаҡ районының «Һаҡмар» гәзите хәбәрсеһе , журналист-ирекмән Лилиә Такаева «Халыҡ ирекмәне» миҙалы менән бүләкләнде. Ул Баймаҡ ирекмәндәре төркөмө етәксеһе булып тора, бер нисә мәртәбә МХО зонаһына гумананитар ярҙам да алып барған.
Республиканың төрлө мөйөштәренән йыйылған ирекмәнлек хәрәкәтенең иң әүҙем ағзаларының хеҙмәте 31-се «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы, МХО ветерандары ассоциацияһы, «Халыҡ фронты»ның Башҡортостандағы төбәк башҡарма комитетының, «Юлдаш» радиоһының Рәхмәт хаттары алып ҡыуанды.
Сарала ҡатнашҡан йәмәғәт ойошмалары, власть вәкилдәре яуҙа йөрөгән егеттәребеҙгә ярҙам ойоштороуҙың мөһимлеген билдәләп, ирекмәндәрҙең эшен юғары баһаланы.
Слет һуңынан 31-се «Башҡортостан» мотуҡсылар хәрбиҙәре менән «тура бәйләнеш» ойошторолдо. Ирекмәндәр бөгөн яугирҙарға ниндәй әйберҙәр әҙерләүҙәре тураһында һөйләне, уларҙың нимәгә ихтыяждары барлығы тураһында һорашты. Теләк-тәҡдимдәрен еткереүселәр ҙә булды. «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре полк ашханаһы өсөн дизель генераторы һатып алыуҙары тураһында хәбәр итте.
Еңеү тылда сүкелә, тыл ярҙамы яугирҙарыбыҙға көс , ышаныс бирә. Хәрбиҙәр ирекмәндәргә ярҙамдары, өй йылыһын килтергән күстәнәстәре, хаттары өсөн рәхмәт әйтте. Махсус хәрби операцияла йөрөгәндәргә ярҙамдың мөһим булыуын һәр кем аңлай, мөмкинлегенән килгәнсә, ваҡыттарын, көстәрен йәлләмәй фронтҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән эштәргә ҡушылып, үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Бөгөнгө көндә, махсус хәрби операция барышында, төрлө йүнәлештә эшләгән ирекмәндәргә ҡарап, ирекмәнлек эше яңы кимәлгә күтәрелде, тип тә әйтергә була. Был тик ярҙам ғына түгел, ә тыуған илгә, уның мәнфәғәте һағында тороусыларға ҡарата булған изгелек, бурыс һәм яуаплылыҡ тойғоһоноң сағылышы ла. Илебеҙ өсөн ауыр мәлдәрҙә бергә тупланыу, берҙәм эшебеҙҙең һөҙөмтәһе лә булыр – Еңеү беҙгә лә килер, уттар тыныр, яугирҙарыбыҙ иҫән-һау тыуған ерҙәренә ҡайтыр.