Игеҙәк ҡыҙҙарҙы һәләк иткән

Үткән йылдың авгусында Бөрйән районындағы аварияла 19 йәшлек игеҙәктәр — Илзидә менән Гөлзидә һәләк булды. Уларҙың береһе шунда уҡ үлә, икенсеһенең ғүмере өсөн табиптар 10 көн буйы көрәшә, әммә ҡотҡарып ҡала алмайҙар. Ҡыҙҙарҙың үлемендә күрше ауылдан булған 24 йәшлек Ильяс Р. ғәйепле. Күптән түгел суд уға ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы.  Әммә был ҡарар менән егет үҙе лә, прокуратура ла риза булмай.

Игеҙәк ҡыҙҙарҙы һәләк иткәнИгеҙәк ҡыҙҙарҙы һәләк иткән
Игеҙәк ҡыҙҙарҙы һәләк иткән

«КП-Уфа» асыҡлауынса, был фажиғәгә тиклем игеҙәктәр уртаҡ дуҫтары һәм Гөлзидәнең егете Ильяс менән бергә таныштарына ҡунаҡҡа китеп барған. Ҡыҙҙар егеттең машина йөрөтөү таныҡлығынан мәхрүм ителгәнен белгән, ләкин барыбер уның "Renault Sandero" машинаһына ултырып, Яуымбайҙан күрше Байназар ауылына юлланған. Араһы ни бары 7 километр булған. Икенсе көндө иртән, 12 августа, компания үҙ ауылдарына ҡайтып барғанда, иҫерек Ильяс машина менән идара итә алмай юлдан сығып осоп түңкәрелә.

Үтеп барған машина йөрөтөүселәр юл ситендә еңел машина ятҡанын күреп, полиция хеҙмәткәрҙәре, һәм «Ашығыс ярҙам»ды саҡыртҡан. Был ваҡытта 19 йәшлек Илзидә иҫән булмай, ә уның игеҙәге Гөлзидә менән Ильяс салонда ҡыҫылып ҡалған булған. Өсөнсө пассажир ҡурҡыу менән  генә ҡотола.

Урынға килгән ҡотҡарыусылар сит ил машинаһынан Гөлзидә менән Ильясты сығара, ә килеп еткән «Ашығыс ярҙам» йәштәрҙе Белорет дауаханаһына алып китә. Бер-ике көндән егет аңына килә, ә ҡыҙ комаға китә һәм унан сығырға насип булмай.

Гөлзидәнең ғүмере өсөн табиптар көрәшкәндә, туғандары һәм яҡыннары уның әсәһе Альмираға ярҙам итер өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләгән. 22 августа икенсе ҡыҙҙың да йөрәге тибеүҙән туҡтай. Уны тыуған ауылы Яуымбай зыяратына Илзидә янына ерләйҙәр.

Ошо йылдың апреле аҙағында Белорет район-ара суды был юл-транспорт һәләкәте тураһындағы эште ҡараны. 24 йәшлек Ильясты бер үк ваҡытта бер нисә енәйәт статьяһы буйынса ғәйепле тип таптылар һәм 8,5 йылға колония-поселениеға хөкөм иттеләр, шулай уҡ 200 мең һум штраф һалдылар. Суд ултырыштарына ул коляскала килгән. Сөнки юл-транспорт һәләкәтенән һуң беренсе төркөм инвалидына әйләнгән һәм йөрөү мөмкинлегенән мәхрүм ҡалған.

Ильяс үҙ ғәйебен таныған, әммә хөкөм ҡарарын артыҡ ҡаты тип иҫәпләп, Башҡортостандың Юғары судына ялыу яҙған.  Республика прокуратураһы ла апелляцияға биргән — ведомствола, киреһенсә, язаны артыҡ йомшаҡ тип һанағандар. Эш юғарыраҡ инстанцияға тапшырылған. Уның һөҙөмтәһе тураһында һуңыраҡ хәбәр итербеҙ.

 

 

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас