Эшсе ер аҫтында ҡалған

Ваҡиға 2025 йылдың 13 октябрендә булған. «СК Стандарт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 30 йәшлек эшсеһе тәрәнлеге яҡынса 4 метр булған траншеяла ер емерелеү арҡаһында ауыр йәрәхәтләнгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Эшсе ер аҫтында ҡалғанЭшсе ер аҫтында ҡалған
Эшсе ер аҫтында ҡалған

Был хәл Өфөнөң Интернациональ урамынан Затонға тиклем һыу үткәргес төҙөлөшө объектында һыу үткәреү камераһын монтажлағанда килеп сыҡҡан.

Эшсене ҡатмарлы ауыр йәрәхәттәр менән Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһына оҙатҡандар.

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлаған:

📍 Ер емерелеү траншея стеналарының нығытылмауы арҡаһында булған.
📍 Эш башҡарыу планында стеналарҙы нығытыу ҡаралмаған һәм хәүефһеҙлек саралары яҙылмаған булған.
📍 Наряд-допуск (эшкә рөхсәт ҡағыҙы) булмаған.
📍 Йәрәхәтләнгән эшсе хеҙмәткәрҙең именлеге буйынса инструктаж һәм уҡыу үтмәгән.

Әле был ваҡиғаны тикшереү материалдары тикшереү органдарына тапшырылған.

Автор:Гөлнара Солтанова