Аллам һаҡлаһын! Янғында өс бала һәләк булған!

Салауат районында өс баланың ғүмерен өҙгән янғын буйынса прокуратура тикшереү үткәрә.

Аллам һаҡлаһын! Янғында өс бала һәләк булған!Аллам һаҡлаһын! Янғында өс бала һәләк булған!
Аллам һаҡлаһын! Янғында өс бала һәләк булған!

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн көндөҙгө сәғәт икенселәрҙә Яңы Ҡаратаулы ауылының Йүрүҙән урамында бер ҡатлы ағас өйҙә янғын сыҡҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы (МЧС) хеҙмәткәрҙәре янғынды һүндергәндән һуң, өй эсендә 2015, 2016 һәм 2020 йылғы өс баланың мәйетен тапҡан.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарының һәм ашығыс хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеген координациялау өсөн ваҡиға урынына Салауат районы прокуроры Филүз Гәрәев барған.

Тикшереү барышында бәлиғ булмағандар тураһындағы ҡануниәттең үтәлешенә һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарының тәьмин ителеүенә баһа биреләсәк.

Бынан тыш, күҙәтеү ведомствоһы ваҡиғаның бөтә сәбәбен асыҡлауҙы һәм ошо факт буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителеүен үҙ контролендә тота.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас