

Бөгөн Сочи аэропортында, БПЛА һөжүме ҡурҡынысы иғлан ителеүгә бәйле, һауа караптарын ҡабул итеүгә һәм осороуға ваҡытлыса сикләүҙәр йәнә үҙ көсөнә инде. Был рейстарҙың күпләп тотҡарланыуына килтерҙе.
Өфө аэропортының онлайн-табло мәғлүмәттәре буйынса, «Россия» авиакомпанияһы самолетының Сочиҙан 05:05 сәғәттә планлаштырылған осошо 16:10 сәғәткә күсерелгән. «Ютэйр» авиакомпанияһының 12:10 сәғәттә осоп китергә тейешле рейсы төнгө 01:30 сәғәткә шылдырылған. Шулай уҡ Nordwind Airlines авиакомпанияһы борты ла тотҡарлыҡ менән килгән: ул Өфөгә 23:15 сәғәт урынына төнгө 02:22 сәғәттә төшкән.
Пассажирҙарға осоу һәм килеү ваҡытын авиакомпанияларҙың сайттарында һәм аэропорттарҙың белешмә хеҙмәттәрендә асыҡларға кәңәш ителә.