

Аноним.
Йәшен шары тураһында бала саҡтағы бер тарих.
Ҡутарып йәшенле ямғыр яуа. Әзәйем (өләсәй), галуштарҙы розетка, выключателдәргэ элеп ҡуйҙы. Мин, шуҡ малай, өйҙә шаярам, ямғырҙан да ҡурҡмайым. Әзәйем туғандарҙы шәл менән ябып, йәшендән һаҡлай. Мин урындыҡ осонда ғына ултырам шаярып.
Бер ваҡыт галуш эленмәгән розеткала нимәлер шартланы ла, унан йоморо, ҡояш һымаҡ күренде, шар килеп сыҡты.
Шунан беҙҙең урындыҡ яғына яйлап ҡына тәгәрмәс кеүек әйләнеп килә башланы, үҙе янып килә. Мин телһеҙ булып ҡаттым, ҡысҡыра ла, илай ҙа алмайым. Шар урындыҡ янына тәгәрәп килеп еткәйне, әзәйем шарҙы күреп, минең йәһәт кенә елкәмдән матҡып тотто ла, үҙе янына тартып алды. Теге шар минең күҙ алдымда ауыҙы асыҡ торған галанка мейескә инде лә, шартланы һәм мейестән сығып китте.
Оҙаҡ ҡына ваҡыт бөтәбеҙ ҙә тын ала алмай, һөйләшә алмай ултырҙыҡ... Хәҙер ҙә иҫкә төшөрөп алабыҙ шул ҡурҡыныс күренеште...
"Ғәләмәт донъя"ға рәхим итегеҙ, дуҫтар:
https://max.ru/join/jK7uiVbWrZYyGwd-_0tVSodgr06Sz2f6-z1z-uEDuBY
Фото: ИИ.