Октябрь революцияһы урамы яңыра

Бөгөн үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров буласаҡ Өфө Арбаты тураһында һөйләп үтте.  

Октябрь революцияһы урамы яңыраОктябрь революцияһы урамы яңыра
Октябрь революцияһы урамы яңыра

Баш ҡаланың боронғо урамдарының береһен реконструкциялау буйынса эштәр 2022 йылдың көҙөндә башланды. Эштәр эҙмә-эҙлекле алып барыла. Төп принцип — финанслау проектты бер юлы тамамларға мөмкинлек бирмәһә лә, эште туҡтатмау, тип билдәләне төбәк Башлығы.

Әлеге ваҡытта Ленин урамынан Цюрупаға тиклемге участок төҙөкләндерелгән. Быйыл Яңы Күпер урамына тиклем төҙөкләндереү планлаштырыла. Киләһе йылға билдәләнгән киләһе этап Воровский урамына тиклем оҙайтыуҙы үҙ эсенә ала, ә киләсәктә Дуҫлыҡ Монументына һәм Ағиҙел йылғаһы яр буйына сығыу юлы асыла. Тарихи төҙөлөш зонаһындағы йорттарҙы реконструкциялауға шәхси инвесторҙарҙы йәлеп итеүгә айырыуса иғтибар бүленә.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас