«Йәш кәләш күлдәге эҙләйбеҙ!»

«Башкирская домохозяйка» туй тураһында хәбәр итте, ул яңынан кейәүгә сығамы?...  Блогер фата кейеп ҡарап, күлдәк һайлай башлаған.

«Йәш кәләш күлдәге эҙләйбеҙ!»«Йәш кәләш күлдәге эҙләйбеҙ!»
«Йәш кәләш күлдәге эҙләйбеҙ!»

Билдәле блогер Миләүшә Шәйхлисламова туй салонында әхирәтенә күлдәк һайлашҡан. Сәбәбе ғәҙәти түгел: әхирәте дүртенсе тапҡыр кейәүгә сығырға әҙерләнә.

— Матур, ҡабарып торған, сифатлы һәм арзан күлдәк эҙләйбеҙ, — ти  Миләүшә һәм үҙенең тәүге тапҡыр ҡуртымға алынған күлдәктә кейәүгә сығыуын хәтерләй.

Әхирәттәр бик күп варианттарҙы ҡарай: төшөп торған еңле, корсетлы һәм лифында ялтырауыҡлы сигелгән күлдәктәрҙе. Блогер туй яһауҙың арзан иҫәптән булмауын билдәләй. Шул уҡ ваҡытта шаяртыуҙарға ла урын таба.

— Был фата иҙәнгә тейеп, һөйрәлеп барырға тейешме? Кейәүгә сыҡмағанға 100 йыл булды, шуға күрә онотҡанбыҙ, — тип шаярта Миләүшә.

Яҙылыусылары өсөн көтөлмәгәндә ул интрига ла өҫтәп ҡуя.

— Бәлки, мин дә үҙемдең иремә яңынан кейәүгә сығырмын? — ти һәм шунда уҡ 80-се йылдар стилендәге фатаны кейеп ҡарарға теләүен әйтә.

Фатаны башына кейеү менән блогер иреп киткән.

— Ниндәй матур! Ҡыҙҙарҙың аҡ күлдәктән кейәүгә сығырға теләүе юҡҡа түгел. Был хистәрҙе тоймағанға ни тиклем ваҡыт үткән, — ти ул.

Туй салонына барыу уңышлы үтә – блогерҙың әхирәте ҡабарып торған шәп күлдәк һатып алған. Миләүшәнең һүҙҙәренсә, ул күлдәктең хаҡын 20 мең һумдан 10 мең һумға  тиклем төшөрткән.

— Магазинға барһағыҙ, мине үҙегеҙ менән алығыҙ. Кәрәкле әйберҙе бушлай тигәндәй аласаҡһығыҙ. Минең менән йөрөү файҙалы! — ти блогер.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас