Водителдәр иғтибарына

Башҡортостанда "Йөк автомобиле" махсуслаштырылған иҫкәртеү сараһы старт алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Водителдәр иғтибарынаВодителдәр иғтибарына
Водителдәр иғтибарына

Был турала баш автоинспектор Владимир Севастьянов белдерҙе:

- Ағымдағы йылдың биш айы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йөк транспорты водителдәре ҡатнашлығында 87 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 28 кеше һәләк булған һәм 92 кеше яраланған. Бындай фажиғәләрҙе иҫкәртеү маҡсатында 8 июндән 28 июнгә тиклем "Йөк автомобиле" сара үткәрелә. Йөк транспорты водителдәренә, иҫерек килеш идара итеүселәргә, водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгәндәргә йәки булмағандарға айырым иғтибар биреләсәк. Шулай уҡ транспорт сараларының техник торошо һәм конструкцияһы, ғәмәлдәге диагностик карталар, тахограф, водителдәрҙең хеҙмәт һәм ял режимы ла күҙ уңынан ысҡындырылмаясаҡ.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса күрелгән сараларҙы аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һорайым.

Фото: https://web.max.ru/-70955893563411

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова