

Уға шылтыратҡан әҙәмдәр үҙҙәрен ФСБ һәм Үҙәк Банк хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра. Улар ирҙе аҡсаһының хәүеф аҫтында булыуы менән ҡурҡыта һәм банкомат аша «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә мәжбүр итә.
Һуңынан мутлашыусылар уны экстремистарҙы финанслауҙа ғәйепләй, төрмәнән ҡасыу өсөн ҙур суммаларҙы курьерҙар аша бирергә кәрәклеген әйтә. Ир ҡушҡанды үтәй.
Һөҙөмтәлә ул 29 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалта.
Үҙенең тупланмаларынан тыш, ир аҡсаны таныштарынан да алған булған.
Был факт буйынса полиция енәйәт эшен асҡан.
Мутлашыусылар йыш ҡына банктар йәки махсус хеҙмәттәр исеменән шылтырата. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ысын хеҙмәткәрҙәр бер ҡасан да аҡсаны телефон аша күсереүҙе һорамай. Әгәр һеҙҙе ҡурҡытһалар, шунда уҡ трубканы һалығыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.