

Барыһы ла сәскәләр килтереү тураһындағы шылтыратыуҙан башлана. Ҡыҙ смс-кодты атаған, шуның менән мутлашыусыларға үҙенең шәхси кабинетына ишек асҡан.
Артабан ысын спектакль башлана: тәүҙә "банктан" шылтыратып, "Дәүләт хеҙмәттәре" аккаунтын ватҡандарын әйтәләр, шунан "ФСБ-шник" тамашаға ҡушылып, ҡыҙҙы дошман ойошмаһына ярҙам итеүҙә ғәйепләй һәм төрмә менән янай. Ҡыҙ шул тиклем ҡурҡа, хатта был хәлдең айышына төшөнөп тә тормай, һәр һүҙгә ышана.
Ул атаһынан банк карталарын һәм бөтә аҡсаһын (725 мең һумды) урлап, ата-әсәһе менән бәйләнеште өҙөп, аҡсаны курьерға биреү өсөн икенсе ҡалаға барырға такси саҡырта. Атаһы, иҫәптән аҡсаһы юғалыуын күреп, ҡыҙы менән һөйләшергә, уны туҡтатырға маташа, әммә ҡыҙ телефонды алмай. Ахырҙа атай кеше полицияға мөрәжәғәт итә.
Оперативниктар телефон аша һөйләшкәндән һуң, ҡыҙҙы үҙенең ҡайҙалығын әйтергә күндерәләр. Полиция хеҙмәткәрҙәре кисекмәҫтән уның янына бара һәм аҡса тапшырыуҙы туҡтата.
Полиция хеҙмәткәрҙәренең грамоталы эшмәкәрлеге арҡаһында ир 700 мең һумдан ашыу аҡсаһын һаҡлап ҡалған.
Ә беҙ тағы иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
- таныш булмаған номерҙарҙан шылтыратыуҙарға ышанмағыҙ;
- бер кемгә лә смс-хәбәрҙәрҙән кодтарҙы әйтмәгеҙ;
- билдәһеҙ иҫәптәргә аҡса күсермәгеҙ.
Фото: ИИ.