Мәскәүҙә Йәштәр һабантуйы үтте

Мәскәүҙә "Башкортостандың июнь мозаикаһы" фестивале сиктәрендә Йәштәр һабантуйы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәскәүҙә Йәштәр һабантуйы үттеМәскәүҙә Йәштәр һабантуйы үтте
Мәскәүҙә Йәштәр һабантуйы үтте

Илебеҙҙең баш ҡалаһында 2 июндән 6 июнгә тиклем Башҡортостан республикаһының мәҙәни мираҫын популярлаштырыуға йүнәлтелгән "Башҡортостандың июнь мозаикаһы" фестивале үтте. Фестиваль программаһына төрлө күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, балалар һәм ололар өсөн интерактив майҙандар, башҡорт һөнәрҙәре һәм аш-һыу менән таныштырыу ҡаралған. Сараның ҡунаҡтары халыҡ оҫталарының эштәре, милли музыка ҡоралдары, биҙәүестәр, халыҡ ижады өлгөләре менән танышты. Фестивалдең үҙәк ваҡиғаһы 6 июндә үткән һабантуй һәм "Сыңрау торна" башҡорт музыкаһы фестивале булды. Был көндә йәрминкәләр һәм күргәҙмәләр эшләне, шулай уҡ башҡорт ижади коллективтары һәм башҡарыусылар ҡатнашлығында ҙур концерт булды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай саралар мәҙәни һәм төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығыта.

Фото: Альбина Сәрүәретдинова.

Мәскәүҙә Йәштәр һабантуйы үтте
Мәскәүҙә Йәштәр һабантуйы үтте
Автор:Сажиҙә Лотфуллина