Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамы

Ошо көндәрҙә Ханты-Манси автономиялы округының – Юграның Сорғот ҡалаһында III Халыҡ-ара Иртыш һабантуйы гөрләп үткән.

Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамыДуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамы
Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамы

139 милләт вәкиле көн күргән Юграла башҡорттар ҙа йәшәй. Һабантуй ысын мәғәнәһендә дуҫлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек байрамы булды, ти унда ҡатнашыусылар.

Байрам илебеҙҙә иғлан ителгән Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы, Югралағы Йәш ғаилә йылы сараларына ярашлы, Башҡортостан һәм Татарстан Хөкүмәттәре булышлығында ойошторолған.

ХМАО биләмәһендә БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы ла эшләй һәм ул иң әүҙемдәренән һанала.

Филиал етәксеһе, Югра башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Динә Бүләков һүҙҙәренсә, Һабантуй – халҡыбыҙ берҙәмлегенең тәрән мәғәнәгә эйә символы, ошо төбәктә йәшәүсе милләт вәкилдәренең татыулығын күрһәтеүсе күркәм байрам.

Һабантуйҙа округ губернаторы Руслан Кухарук, Сорғот ҡалаһы хакимиәте башлығы Максим Слепов, төрлө төбәктәрҙән һәм күрше илдәрҙән делегациялар ҡатнашҡан. Башҡортостандан республика мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров  һәм сәнғәт оҫталары барған.

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары байрамға йәм өҫтәне, “Бишбармаҡ” оркестры кәйефте уғата күтәрҙе, ти алыҫ Себер тарафтарында йәшәп һәм эшләп йөрөүсе милләттәштәребеҙ.

Әйткәндәй, беренсе тапҡыр Иртыш Һабантуйы 2022 йылда – Ҡаҙағстанда, икенсеһе Омскиҙа үткән.

Фото: Анастасия Савинцева.

Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамы
Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамы
Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамы
Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамы
Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамы
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас