Инде лә аҡыл ултырмаһа...

24 йәшлек егеттең иректән дә, машинанан да мәхрүм ителеүе тураһында тарих.

Инде лә аҡыл ултырмаһа...Инде лә аҡыл ултырмаһа...
Инде лә аҡыл ултырмаһа...

Әбйәлил районында йәшәүсе егет, күрәһең, закон менән бөтөнләй дуҫ түгел. Уға ни бары 24 йәш, ә ул дүртенсе тапҡыр полицияға иҫерек килеш машинала йөрөгәндә тотолған.

Былтыр декабрҙә Учалы районында саҡта ул үҙенең "Фольксваген"ы менән шул тиклем "фигуралы" идара итә, хатта үтә ныҡ "хайран ҡалған" кешеләр түҙмәйенсә уның турала кәрәкле ергә еткерә һалған.

Барыһы ла көтөлгәнсә тамамлана: машина - кюветта, водитель - Эске эштәр министрлығының район бүлегендә. Трубкаға өрөүҙән баш тарта, әммә был уны ҡотҡармай, сөнки полиция тиҙ арала уның бай "хеҙмәт исемлеген" асыҡлай.

Һөҙөмтә егет өсөн дә, яҡындары өсөн дә аяныслы: дөйөм режимлы колонияла 10 ай ултырырға тура киләсәк; бынан тыш 5 йыл да 6 айға водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән һәм "Фольксваген"ы менән дә хушлашҡан - машинаны дәүләт килеменә тартып алғандар.

Был тарих башҡаларға һабаҡ булһа ярай ҙа...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас