Ағыуланып үлә яҙғандар!

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин өс ваҡиға хаҡында мәғлүмәттәр менән бүлеште.

Ағыуланып үлә яҙғандар!Ағыуланып үлә яҙғандар!
Ағыуланып үлә яҙғандар!

Шәмбе Октябрьский ҡалаһында ғаилә — ир, ҡатын һәм уларҙың 13 йәшлек балаһы ватылған колонка арҡаһында көнкүреш газы менән ағыулана. Барыһын да дауаханаға алып китәләр: баланы башта реанимацияға, ә ата-әсәһен токсикология бүлексәһенә һалалар. Хәҙер баланың хәле яҡшыраҡ, ул ғәҙәти палатаға күсерелгән. Ата-әсәһе дауахананан сыҡҡан да инде.

Шул уҡ көндө Стәрлетамаҡта машина электр самокатында йөрөгән 12 йәшлек малайҙы бәрҙерә. Уны йәрәхәттәр менән ҡала дауаханаһының нейрохирургия бүлексәһенә алып киләләр. Хәле уртаса ауырлыҡта.

Ишембайҙа еңел машина бағанаға бәрелгән, эсендә өс үҫмер-пассажир булған. Уларҙы дауахана табиптары тикшергән, хәлдәре арыу. Балалар өйҙә дауалана.

Фото: Айрат Рәхмәтуллиндың сәхифәһенән.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас