Өй эйәһе менән "танышыу"

"Ғәләмәт донъя"ға килгән хат менән бүлешәбеҙ.

Өй эйәһе менән "танышыу"Өй эйәһе менән "танышыу"
Өй эйәһе менән "танышыу"

Аноним. Хәйерле төн! Өй эйәһе хаҡында булыр һүҙем. Әсәйемдең кесе ҡәрендәше ғаиләһе менән район үҙәгендә матур итеп йорт һалып сыҡтылар. Район үҙәгенә йомош төшкәндә уларға ингеләп йөрөй инек, ҡунырға ҡалған булманы. Еҙнәмде ҙур урынға үрләттеләр ҙә апайымдар Өфөгә күсенделәр. Бер Өфөгә барғанда апайымдарға ҡунырға ҡалырға тура килде. Ул саҡта улым студент ине, ул да килде ҡунырға.

Шулай түрҙә улым менән йоҡларға яттыҡ. Мин - диванда, ул - иҙәндә. Инде генә йоҡлап киттем, әле хужалар үҙҙәре йоҡламаған да, уттары яна, бына бер заман бер нәмә мине быуа башламаһынмы! Уяулы-йоҡоломын, тик уянып та, ҡысҡырып та, ҡыбырлап та булмай. Хатта бармаҡтар ҙа ҡыбырламай. Уҡынырға доға ла иҫкә төшмәй. Шулай быуыла торғас ,"бисмилланы" саҡ әйтә алдым, ысҡындырып ебәрҙе кинәт. Уяндым дә ҡыбырларға ла ҡурҡып ятам. Улым йоҡлай. Ҡурҡып ята торғас йоҡлап киткәнем. Иртән сәй эскәндә апайыма был хәлде һөйләгәйнем, улым дә баҫлыҡҡан булып сыҡты. Апайым, Хәмит, нишләп ҡунаҡтарҙы ҡурҡытаһың, теймә, улар яҡшы кешеләр, ти.
Ниндәй Хәмит, кем ул, тигәс, беҙҙең өй эйәһе, беҙ уны район үҙәгендәге өйҙән килтерҙек, ҡалдырып китһәк ҡаза күрербеҙ, тип уйланыҡ, ти. Нисек инде килтерҙек, кил тигәнгә килдеме, тим.
Өйҙө һатып сығып китәбеҙ тигән төндә ныҡ үсекте, кухнялағы һауыт-һабаны шалтыратып йоҡо бирмәне, беҙ һине лә ҡалдырмайбыҙ, үҙебеҙ менән алып китәбеҙ тигәс кенә тынысланды. Иртәгеһенә барлыҡ әйберҙәрҙе лә йыйып машинаға тейәгәс өйгә буш ҡумта индереп ултырттыҡ та, беҙ сығып торабыҙ, ошо ҡумтаға инеп ултыр ,яңы йортҡа күсенәбеҙ, тинек. Шулай итеп бында килтерҙек уны. Беҙгә зыян итмәй, яттарҙы ғына ҡурҡыта, тине апайым. Шулай ҙа була икән ул.

Башҡа ғәләмәттәр тураһында инеп уҡығыҙ ошо һылтанма буйынса, дуҫтар:

https://max.ru/join/jK7uiVbWrZYyGwd-_0tVSodgr06Sz2f6-z1z-uEDuBY

Фото: ИИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас