Уғрылыҡ "генийҙары"

Благовещенда полиция ике бурҙы тотҡан. Уларҙы, 25 һәм 29 йәшлек ҡатындарҙы, һеҙ фотоһүрәттә күрәһегеҙ. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Уғрылыҡ "генийҙары"Уғрылыҡ "генийҙары"
Уғрылыҡ "генийҙары"

Барыһы ла кинолағы һымаҡ башлана: 38 йәшлек ир күңелле компания менән мунсаға бара. Көлөү-шаярыу, миндек, релакс... һәм ирҙе йоҡо баҫа. Телефоны өҫтәлдә ҡала. Ир тәмләп хырылдағанда, ханымдарҙың башында бизнес-план өлгөрә.

Схема үҙенең ябайлығы менән гениаль: "албырғатыу маневры" - бер ҡатын башҡаларҙы үҙенең ауыҙына ҡаратып ҡуя; "аҫтыртын талау" операцияһы - икенсеһе шау-шыуҙан файҙаланып, йоҡлап ятҡан кешенең телефонын шым ғына ала һәм банк ҡушымтаһы аша оператив рәүештә ҡыҙҙарының иҫәбенә 45 мең һум аҡса күсерә. Вуаля!

Әммә сит кеше иҫәбенә "байығыу" операцияһы тиҙ тамамлана. Полиция оператив эшләй: бурҙарҙың кемлеген тиҙ арала асыҡлап, бүлеккә алып килә, унда ҡатындар ғәйебен таный. Аҡса «балалар өсөн аҙыҡ-түлеккә һәм шәхси ихтыяждарға» тотонолдо, тиҙәр (ысынлап та, мөһим нәмәгә сарыфлағандарҙыр, тип өмөтләнәбеҙ).

Сумманың бер өлөшөн (25 меңде) шунда уҡ кире ҡайтаралар. Ҡалғанын да бирергә вәғәҙә итәләр. Ә урлашыу факты буйынса енәйәт эше, әлбиттә, барыбер ҡуҙғатылған. Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар ситкә китмәү тураһында ҡултамға "аҫтында". Шуға күрә ошо арала уларға өйҙәренә яҡыныраҡ ерҙә ял итергә тура киләсәк. 

Был ваҡиғаның "вәғәзе" шунда: телефонды ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, эргәлә "алтын башлы", "йылғыр ҡуллы" кешеләр булыуы ихтимал. Ә иң яҡшыһы - ҡатмарлы пароль ҡуйығыҙ!

Фото: https://web.max.ru/-69583385867562

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова