Һабантуйҙа ҡабынған һөйөү

"Ғәләмәт донъя"ға килгән хат менән бүлешәбеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һабантуйҙа ҡабынған һөйөүҺабантуйҙа ҡабынған һөйөү
Һабантуйҙа ҡабынған һөйөү

Аноним. Минең дә хәтерҙә бала саҡтағы, йәшлектәге һабантуйҙар! Буласаҡ тормош иптәшемде беренсе тапҡыр шул һабантуйҙа күрҙем. Миңә 12 йәш ине. Эш боҙғанмынмы, әллә телләшеп, тыңламай ҡаңғырттыммы икән, уныһын иҫләмәйем, әсәй, все, һабантуйға бармайһың ти бит әй! Уны ыңғайлатыр өсөн эште ҡутарып эшләйем! Апарһалар ғына ярар ине тип теләктәремде теләйем. Элек бит мороженыйҙы шунда ғына ашау бәхете тейҙе беҙгә. Картон ҡапта. Уныһы ла яртылаш ирегән була. Ләкин ашап туйғыһыҙ тәмле! Әсәйем тәки апарманы һабантуйға! Атайым, ярай барһын, мәхрүм ҡала, тиһә лә, тәртипкә өйрәнһен, тип алманы. Арбаға тейәлешеп сығып киткән саҡтарында өйҙән ҡорған аша ҡарап ҡалдым илап. Уларға үсәп әсәйҙең яратҡан тамсы гөлөнөң ҡыңғырау сәскәләрен өҙөп тышҡа сығарып быраҡтырҙым, үрҙәктәрҙең кәритәһен тибеп түңкәрҙем. Өйҙө ҡарауылларға ҡалған ҡарт өләсәйем мине саҡырып алды ла, ҡулъяулығы мөйөшөнә төйнәлгән дүрт баҡыр аҡсаны усыма йомдорҙо. Әсәйеңә өндәшмә, күҙенә салынмай ғына барып ҡайт тине. Рәхмәт тә әйтмәй, киттем. Һабантуй яланы ауылдан 5-6 саҡрым алыҫлыҡта. Көн эҫе, мин йүгерә-атлай тирләп барып еттем. Үҙемдекеләрҙең ҡайҙа ултырғанын ситтән генә аңдып йөрөп асыҡланым да, апайымдар ҙа күреп ҡалмаһа ярар ине, әсәйгә һатырҙар, тип ҡасып-боҫоп мороженое һатылған ергә барҙым. Минең өсөн һабантуй шул мороженое бит 😂 унда кеше донъя!!! Сиратһыҙ инерлек түгел. Алан-йолан ҡаранып торам боҫорға әҙер генә. Минең сират еткәнсе таяҡсалары бөттө лә ҡуйҙы! Мороженоены 12 тингә һаттылар. Аҙаҡ әсәй менән тешемде һурҙырырға барғанда ҡалала 10 тин генә ине, һабантуйҙа һатыусы апай минең ике тинде урланы, тип әсәйгә әйткәнемде иҫләйем 😂 Таяҡса юҡ тип аптырап торманым, ағас ботағынан һындырып алдым да, шуның менән соҡоп ашаным. Шул ваҡытта сәхнәлә концерт бара ине, өлкән ҡыҙҙар аҡ ҡына блузкаларҙа, ҡара юбкала, егеттәр аҡ рубашкала, ҡара салбарҙа теҙелешеп тороп йыр йырлайҙар. Комсомол тураһында. Ситтәрәк торған ҡуңыр йөҙлө ҡаҡса егетте күрҙем дә, күҙем төштө лә ҡуйҙы бит әйкәйем!🤭 Шыр алйот кеүек артынан эйәреп йөрөйөм. Күрше ферманан (колхоздың бүлексәһе шулай аталды) килгән егет менән уның иптәштәре лә шуны аңғарҙы. Егеттән көләләр, сөнки күҙемде лә алмайым егеттән. Көсөк кеүек эйәреп йөрөйөм. Әсәй ҡайғыһы ла китте. Егет үҙе лә ҡыйынһынды, туҡтап, нимә кәрәк тип һораны. Аңшайып торҙом да ҡуйҙым 😂 теге миңә, йөрөмә минең арттан, ти. Ә һинең исемең нисек тип һорарға батырсылыҡ иттем. Был иҫәр менән иҫәр булмайым, тигәндәй, китте лә барҙы - ҡасты натурально 🤣 Ә мин ғашиҡ булып ҡайттым, күңелем талпына ғына! Әсәйемдәр күрмәй торғаны бармы - күргәндәр, иреште. Ә миңә барыбер - мин ғашиҡ! Егет башымдан сыҡмай.

Дауамы бар! "Ғәләмәт донъя"ла:

https://max.ru/join/jK7uiVbWrZYyGwd-_0tVSodgr06Sz2f6-z1z-uEDuBY

Фото: ИИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова