3,5 миллион һумды "декларациялаған"!

Питерҙа юғары уҡыу йортонда белем алған 23 йәшлек ҡыҙ бик күңелһеҙ хәлгә тарыған - мутлашыусыларға 3,5 миллион һум самаһы аҡса күсергән. 

3,5 миллион һумды "декларациялаған"!3,5 миллион һумды "декларациялаған"!
3,5 миллион һумды "декларациялаған"!

Май аҙағында студент ҡыҙға үҙен ташыу хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштырған ир шылтырата һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе әйтеүен һорай. Мәғлүмәттәрҙе әйтеү менән һөйләшеү өҙөлә. Һәм ҡыҙға "Дәүләт хеҙмәттре"нә инеүҙе раҫлау тураһында смс килә. Шәхси мәғлүмәттәр урланған тип ҡурҡып, ҡыҙ шул смс-та күрһәтелгән "ярҙам" номерына шылтырата. Уны ялған "Һанлы министрлыҡтың хеҙмәткәре" менән тоташтыралар. Ул ҡыҙға "Дәүләт хеҙмәттәре"нә паролен үҙгәртергә һәм экранды күрһәтеү ҡушымтаһын ҡуйырға ҡуша. "Белгестәр", тауыш биометрияһының енәйәтселәргә билдәле булыуы арҡаһында һин автоматик рәүештә терроризмда ҡатнашыусы булып киткәнһең, тип аңлата.

Артабан һөйләшеүгә "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" инә, енәйәт яуаплылығы һәм юғары уҡыу йортонан сығарыу менән янай.

Террористар менән бәйле тип иҫәпләнгән аҡсаны табыу өсөн Өфөлә йәшәгән ата-әсәһенең фатирында тентеү үткәрергә ҡуша.

"Росфинмониторинг" кураторының күрһәтмәләренә ярашлы, ҡыҙ Өфөгә ҡайта һәм фатирҙа 3 миллион һумдан ашыу тупланма, сит ил валютаһы таба.

Мутлашыусылар ҡыҙҙы, аҡсаны «декларацияларға» - экспертизаға ебәрергә кәрәк, тип ышандыра, йәнәһе лә, шунан һуң уларҙы кире ҡайтарасаҡтар. Уларға ышанып, студентка Өфөнән Пермь крайына юллана. Унда ул аҡсаны билдәһеҙ ҡыҙға тапшыра.

Икенсе көндө мутлашыусылар сит ил валютаһын алмаштырыу һәм уларҙы күрһәтелгән иҫәптәргә күсереү өсөн ҡыҙҙы артабан "эшкәртә". Ҡыҙ мутлашыусыларға тағы ла 400 мең һумдан ашыу аҡса күсерә.

Куратор бәйләнешкә сығыуҙан туҡтап, уны мессенджерҙа блокка ҡуйғандан һуң ғына зыян күреүсе был хаҡта ата-әсәһенә һөйләй.

Әлеге ваҡытта мутлашыу факты буйынса РФ ЕК 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкә төшөрә: көс структураларының береһе лә видеоэлемтә, мессенджерҙар йәки ҡушымталар аша оператив мәсьәләләрҙе бер ҡасан да хәл итмәй. Әгәр һеҙгә биометрияны раҫлау тураһында смс килһә, ә һеҙ яман бер ни ҙә эшләмәһәгеҙ, хәбәрҙәге номерҙарға шылтыратмағыҙ! Кәрәк саҡта "Дәүләт хеҙмәттәре"нең рәсми "ҡыҙыу линияһына" ғына шылтыратығыҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас