

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Уральск ауылы биләмәһендә хайуандарҙың ҡотороу ауырыуы буйынса сикләү саралары (карантин) билдәләнде. Учалы ҡалаһы һәм районы ветеринария станцияһы мәғлүмәте буйынса, Уральск ауылында йәшәүсе 6 йәшлек баланы бесәй тешләгән. Бер нисә көндән һуң бесәй вафат була, хайуандың патологик материалын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ҡотороу вирусы асыҡлана. Учалы дауаханаһында тешләнгән балаға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелгән, ул билдәләнгән схема буйынса ауырыуға ҡаршы вакцина ала. Ветстанция Рәсәй Федерацияһының ветеринария ҡануниәтендә ҡаралған карантин территорияһында хайуандарҙың ҡотороу сығанағын бөтөрөү буйынса махсус саралар үткәрә. Ҡотороуға бирешеүсән хайуандарҙы, шул иҫәптән берәҙәк хайуандарҙы ла, вакцинациялайҙар.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.