

Бөгөн иртән Бөрө районындағы Үҙәт күлендә «Chevrolet Niva» автомобиле һыуға тәгәрәп төшә. Бер ир үҙе сығып өлгөргән, ә 1984 йылғы водитель һәләк булған — водолаздар уның кәүҙәһен машина салонынан тапҡан.Тағы бер һәләк булған кеше бөгөн Асҡын районында табыла: ир-ат өс көн элек батҡан булған. Ҡотҡарыусылар өс күлде тикшереп, кәүҙәне яҡынса 5 метр тәрәнлектә, ярҙан 10 метр самаһы алыҫлыҡта тапҡан.