

Шул уҡ ваҡытта был тыйыу йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткәндә спиртлы эсемлектәрҙе әҙләп һатыуға ҡағылмай. Быйыл тәүге «Һабантуй»ҙар Әбйәлил, Ғафури, Йылайыр, Ҡалтасы һәм Күгәрсен райондарында үтте.
Бөгөн был байрам 20 районда үтә: Әлшәй, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Ҡушнаренко, Мәләүез, Миәкә, Өфө, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Чишмә һәм Яңауыл райондарында.