Һигеҙ миллионды биргән!

Өфөлә йәшәүсе ир 8 миллион һум аҡсаһын мутлашыусыларға "инвестициялаған".

Добавить в предпочтительные источники Google
Һигеҙ миллионды биргән!Һигеҙ миллионды биргән!
Һигеҙ миллионды биргән!

Аферистарҙың ҡорбаны - Өфөлә йәшәүсе 33 йәшлек ир. Һөйләүенсә, быйыл апрелдә уға билдәһеҙ кеше мөрәжәғәт иткән, ул үҙен инвестиция брокеры тип таныштырған. Аралашыу телефон һәм социаль селтәрҙәр аша алып барыла. Әңгәмәсе ирҙе криптовалюта һатып алыу һәм һатыуҙан аҡса эшләргә ярҙам итә алыуына ышандыра.

Бер нисә аҙна дауамында енәйәтсе зыян күреүсе менән бәйләнеш тота, уға консультация бирә һәм аҡсаны отошло инвестиция проекттарына һалырға күндерә. Мутлашыусының күрһәтмәләренә ярашлы, ир үҙенең шәхси аҡсаһын махсус ҡушымта аша криптовалюта янсығына күсерә.

Тик бер аҙҙан зыян күреүсе дивидендтарҙы сығарырға теләгәс, уның брокерлыҡ иҫәбе ябыла. Шул саҡта зыян күреүсе үҙенең алдаҡ ҡорбаны булыуын аңлай. Зыяндың дөйөм суммаһы - 8 миллион һумдан ашыу шәхси тупланма.

Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (мутлыҡ).

Полиция иҫкәртә! Инвестицияларҙа тиҙ һәм гарантияланған эш хаҡы вәғәҙәләре иң киң таралған мутлашыу схемаларының береһе булып тора. Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсерергә, шикле финанс консультанттарының кәңәштәренә ышанырға һәм ышаныслылығын тикшереп булмай торған проекттарға аҡса һалырға ярамай.

Фото: https://web.max.ru/-69583385867562

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова