Ғәҙеллек тергеҙелде

21 йылдан һуң юғары уҡыу йорто уҡытыусыһын кем үлтергәне асыҡланды - Күмертауҙағы хәл буйынса БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте өҫтәмә мәғлүмәттәр менән бүлеште.

Ғәҙеллек тергеҙелдеҒәҙеллек тергеҙелде
Ғәҙеллек тергеҙелде

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының енәйәтте тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре, оператив бүлексәләр һәм Тәфтиш комитетының тикшереүселәре менән берлектә, Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Милли гвардияһы идаралығының СОБР-ы көс ярҙамы менән 2005 йылда ҡылынған бик ауыр енәйәтте ҡылыуҙа шикләнеүсене тотто, тип хәбәр итә ведомство:

- 2005 йылдың 29 апрелендә Күмертауҙа билдәһеҙ ир-егет менән телефондан һөйләшкәндән һуң, урындағы юғары уҡыу йорттарының береһендә эшләгән 32 йәшлек уҡытыусы юғала. Ҡатын әсәһенә бер аҙға ғына урамға сығып килеүен әйткән, әммә өйгә кире ҡайтмаған. Юғалыу факты буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 105-се статьяһы 1-се өлөшө (үлтереү) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Ике йылдан һуң, 2007 йылдың июлендә, гараж кооперативы биләмәһендә төҙөлөп бөтмәгән погребта уның кәүҙәһе табылған, әсәһе кейеменә ҡарап таныған.

Үткән йылдарҙа асылмаған енәйәттәрҙе анализлау буйынса системалы эштәр барышында енәйәт эҙләү оперативниктары Тәфтиш комитеты менән берлектә, хәҙерге заман криминалистик ысулдарын ҡулланып, шаһиттарҙы асыҡлау буйынса комплекслы оператив-эҙләү сараларын үткәргән.

2026 йылдың 3 июнендә шикләнеүсене Түбәнге Камала полиция хеҙмәткәрҙәре тотҡарлаған һәм тикшереү органдарына тапшырған. Ул Күмертауҙа йәшәгән 47 йәшлек ир булып сыҡҡан.

Әлегә билдәле булыуынса, ҡатын әсәһе менән бергә фатир һатып алырға ниәтләгән, бының өсөн аҡса йыйған. Танышы фатир һатып алыуҙа ярҙам тәҡдим иткән. 2005 йылдың 29 апрелендә ир ҡатынға шылтыратып, осрашыу билдәләгән. Улар араһында конфликт булған. Конфликт барышында енәйәтсе ҙур аҡса суммаһын ҡайтармау өсөн уны быуған. Үлтерелгән ҡатындың кәүҙәһен ташландыҡ гараждарға алып барған.

Тикшереү дауам итә. Полиция һәм тикшереү органдары хеҙмәткәрҙәренең профессионализмы һәм ныҡышмалылығы арҡаһында 21 йылдан һуң Күмертауҙың резонанслы асылмаған енәйәттәренең береһе буйынса ғәҙеллек тергеҙелде.

Фото: БР буйынса ЭЭМ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас