Башҡортостанда "Һанлы ФАП" иң яҡшыһы тип билдәләнде

  РФ Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Башҡортостандың “Һанлы  ФАП” проектын илдә иң яҡшыһы тип атаны. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда "Һанлы ФАП" иң яҡшыһы тип билдәләндеБашҡортостанда "Һанлы ФАП" иң яҡшыһы тип билдәләнде
Башҡортостанда "Һанлы ФАП" иң яҡшыһы тип билдәләнде

 Республика тәжрибәһе Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форумда  “Һаулыҡ һаҡлауҙың глобаль архитектураһы: һаулыҡ һаҡлау нигеҙендә медицина менән иҡтисад тандемы”  тигән сессия ултырышында билдәләнде.

«Бөгөн һанлы ФАП хәл ителеүгә иң яҡыны – Башҡортостан, унда ауырыуҙарҙың берҙәм электрон тарихы бар. Электрон медицина картаһы пациентты ҡайҙалыр әллә нисә саҡырым алыҫлыҡҡа ебәрмәй, ә телемедицина менән файҙаланырға мөмкинлек бирә. Тәүгә мәғлүмәттәр һаҡланған, мониторинг системаһы бар, шулай уҡ ЭКГ-ны тапшырыу системаһы һәм башҡалар. Ошо мәғлүмәттәр нигеҙендә фельдшер ҡатнашлығында белгес менән  консультация үткәрергә мөмкин.   Уңайлы һәм сығымдар ҙа талап итмәй”, – тине РФ һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко.   

 Медицина хеҙмәткәре бөтә ауырыу тарихын күрә, шунлыҡтан дауалау ҙа дөрөҫ алып барыла. 

Ауырыуҙы асыҡлағандан алып, диагноз ҡуйыуға һәм дауалауҙы башлауға  тиклем үткән юл ҡыҫҡара.  БР Һаулыҡ һаҡлау министры һанлы технологияларҙы индереү буйынса эште дауам итә.   

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина